Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Апрель 2018, 12:35

Республика призерҙары

Ошо көндәрҙә ҡышҡы полиатлон буйынса Өфө ҡалаһының асыҡ беренселеге – БР Кубогы финалы үтте. Ярыштарҙа Дыуан районынан тренер А. Ҡаһировтың тәрбиәләнеүселәре яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.

Ошо көндәрҙә ҡышҡы полиатлон буйынса Өфө ҡалаһының асыҡ беренселеге – БР Кубогы финалы үтте. Ярыштарҙа Дыуан районынан тренер А. Ҡаһировтың тәрбиәләнеүселәре яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
Өс спорт төрө буйынса барған ярышта (пневматик винтовканан атыу, көс гимнастикаһы, саңғы уҙышы) шәхси беренселектә 18- 20 йәштәгеләр төркөмөндә А. Шәрипова (Өфө дәүләт аграр-техник университеты студенты) – беренсе, Ф. Йәрмөхәмәтова (Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты) һәм Д. Фәйзрахманов (Дыуан районы республика лицей-интернаты) өсөнсө урын алды. Шулай уҡ спорт разряды нормативтарын үтәүселәр ҙә булды. Е. Ширяева (6 класс, Мәсәғүт гимназияһы) II өлкәндәр разряды нормативын үтәһә, А. Фәрхетдиноваға (7 класс, РЛИ) – I үҫмерҙәр, Д. Фәйзрахмановҡа III өлкәндәр разряды бирелде.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса дыуандар ун ике команда араһында өсөнсө урынға лайыҡ булды. Спортсылар район хакимиәтенең йәштәр һәм спорт комитеттарына, Дыуан районы республика лицей-интернаты администрацияһына ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерә.
З. Ғәлләмова. Дыуан районы.
А. Ҡаһиров фотоһы.
Читайте нас: