Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Апрель 2018, 12:21

Сыбыҡ-сабыҡ өсөн штраф түләтмәйәсәктәр

Дәүләт Думаһы халыҡҡа ҡоро-һары ағастар йыйыуға хоҡуҡ биргән закон ҡабул итте. Ул 2019 йылдың 1 ғинуары- нан ғәмәлгә инәсәк һәм кешеләргә властарҙан рөхсәт ҡағыҙы юлламайынса урмандан кипкән ағастарҙы, ҡороһары ботаҡтарҙы хужалыҡта ҡулланыр өсөн алып ҡайтырға рөхсәт итәсәк.

Дәүләт Думаһы халыҡҡа ҡоро-һары ағастар йыйыуға хоҡуҡ биргән закон ҡабул итте. Ул 2019 йылдың 1 ғинуары- нан ғәмәлгә инәсәк һәм кешеләргә властарҙан рөхсәт ҡағыҙы юлламайынса урмандан кипкән ағастарҙы, ҡороһары ботаҡтарҙы хужалыҡта ҡулланыр өсөн алып ҡайтырға рөхсәт итәсәк.
Халыҡтың эргә-тирәләге урмандарҙа ҡоро-һары йыйыу мәсьәләһен тәүгеләрҙән булып Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабындағы “Экология һәм урманды һаҡлау” эшсе төркөмө эксперттары күтәреп сыҡҡайны. 2015 йылдың декабрендә ул республика Башлығына йәмәғәт тәҡдимдәренә индерелде.
Атап әйткәндә, төбәктә ағастар сирләй, уларҙы иҫкәртеүгә бюджет аҡсаһы етмәй. Һуңғы йылдарҙа ҡороған ағастар күбәйҙе.
Йәмәғәт тәҡдимдәрендә билдәләнеүенсә, Башҡортостан ауылда йәшәгән халыҡ һаны буйынса илдә тәүге урындарҙың береһен биләй. Улар үҙҙәрен утын менән тәьмин итеү һәр саҡ ҡороһары йыйған. Шул уҡ ваҡытта урманға файҙа килтергән. Ләкин күпмелер ваҡыттан һуң ҡороған ағастарҙы йығыуға законлы рөхсәт алыу мөкин булмай башланы. Ауылда йәшәүселәргә законды боҙорға тура килә, сөнки шәхси хужалыҡҡа утын алыу өсөн башҡа ысул юҡ. Ошонан башлана ла инде штраф түләмәү проблемаһы, сөнки халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламы, пенсионерҙар, эшһеҙҙәрҙең түләргә аҡсаһы етмәй.
Әйткәндәй, был закон проектын эшләүҙә 70-тән ашыу парламентарий ҡатнашҡан. Бынан тыш, Йәмәғәт халыҡ фронты алдынғылары ошо законды артабан камиллаштырырға тәҡдим итмәксе. Улар йорттары үҙәк йылытыу системаһына тоташтырылмаған социаль яҡлауһыҙ граждандар категорияһын (пенсионерҙар, инвалидтар һәм башҡалар) ҡырҡылған ағас менән тәьмин итеү мөмкинлеген тормошҡа ашырмаҡсы.
Читайте нас: