Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Апрель 2018, 10:53

Салауаттай батырҙар тыуып торор әле илдәрҙә

Салауат Юлаев… Тарихи шәхес. Башҡорт халҡының милли геройы. Республикабыҙҙың үҙаллылығын һүрәтләүсе символ. Бар ҡаршылыҡтарға бирешмәйенсә халык хәтерендә һаҡланған яҡлаусы-һаҡлаусы баһадир. Шул ук ваҡытта – шағир һәм сәсән. Ниндәй тәрән хистәр, кисерештәр, сағыу метафоралар!

Салауат Юлаев… Тарихи шәхес. Башҡорт халҡының милли геройы. Республикабыҙҙың үҙаллылығын һүрәтләүсе символ. Бар ҡаршылыҡтарға бирешмәйенсә халык хәтерендә һаҡланған яҡлаусы-һаҡлаусы баһадир. Шул ук ваҡытта – шағир һәм сәсән. Ниндәй тәрән хистәр, кисерештәр, сағыу метафоралар!
Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып,
Ҡайтып киләм, тауҙар артылып.
Эй, һағындым, йәнем, ер еләгем,
Күҙ алдымдан китмәй балҡыуың.
Таңдарымда миңә ҡояш баҡты,
Юл күрһәтте йондоҙ төндәрҙә.
Көнөн-төнөн еләм тынғы белмәй,
— Иҫән-һауҙар микән илдәрҙә?
“Беҙ – Салауат тоҡомо” бәйгеһе Салауат районында бер нисә йыл рәттән үткәрелеп килә. Егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн айырым ике конкурстан ғибәрәт ул: “Салауат батыры” һәм “Йөҙөк ҡашы – Зөләйха”. Бәйгенең тамырҙары 2004 йылда үткән республика фольклор байрамы Салауат йыйынына барып тоташа – “Салауат батыры” һәм “Сая ҡыҙҙар” тип аталғайны ул. Дәрте ташып торған дарманлы егеттәр батыр исемен аҡлар өсөн милли көрәштә бил бирмәҫкә, ат сабышында ал бирмәҫкә, мәргән уҡсы булырға тейештәр ине. Ҡыҙҙарға ла башҡорт ҡатын-ҡыҙына хас саялыҡ, таҫыллыҡ сифаттарын ат сабышында, уҡ атышында раҫларға кәрәк ине. Шулай итеп, бәйге бөгөнгө йәштәрҙә Салауатыбыҙҙың яугир һәм батыр сифаттарын асыуға арналғайны. Республика төбәктәренән килгән ҡатнашыусыларға ла, тамашасыларға ла бик оҡшаны ул.
Салауат йыйыны йыл һайын үткәрелмәй башлағас, “Салауат тоҡомдары” йәмәғәт ойошмаһы инициативаһы менән 2010 йылдан район күләмендә шул йүнәлештәге конкурс барлыҡҡа килде. Башҡорт халҡы тиңһеҙ батырының шиғырҙарын, йырҙарын өсөнсө йөҙ йыл күңелендә һаҡлай. “Беҙ
– Салауат тоҡомо” бәйгеһе йәштәрҙә Салауаттың ғәйрәтлеген, ҡыйыулығын ғына түгел, бәлки шағирлығын, сәсәнлек сифаттарын, хисле күңелен күрергә теләүҙән барлыҡҡа килде. Ҡыҙҙар өсөн конкурс исеме, әлбиттә, Салауаттың шиғыр юлдарынан: “Зөләйха, һин ерҙә йөрөгән хур ҡыҙы, күҙҙәрең- дә яна күктең йондоҙо”. Нәзәҡәтлелек, нәфислек, донъяға ижади ҡарашлылар бәйгеһе был
Читайте нас: