Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Апрель 2018, 11:00

Йәш спортсылар яңы үрҙәр яулай

Үткән аҙнала Башҡорт дәүләт аграр унивеситетының спорт комплексында Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының ХХ Спартакиадаһы сиктәрендә мини-лапта буйынса финал ярыштары үтте. Сараны БР Мәғариф министрлығы һәм БР Уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм олимпия резервын әҙерләү идаралығы ойошторҙо.

Ярыштың финал уйындарында Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылының 2-се һанлы мәктәбенең уҡытыусы-тренеры Венир Ғәрифйәновтың тәрбиәләнеүселәре уңышлы сығыш яһаны. Камилла Сәхәүетдинова, Милена Хәкимйәнова, Камилия Самикова, Фидания Фазлыева, Алиса Ғиндуллина, Гөлшат Камалетдинова, Ләйсән Сабитова һәм Ангелина Барбаряндан торған ҡыҙҙар командаһы өсөнсө урын яуланы. Егеттәр командаһы ла яҡшы уйын күрһәтеп етенсе урын алды.
А. Нур. Ҡыйғы районы. Фото команда архивынан.
Читайте нас: