Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Апрель 2018, 18:27

Май байрамында нисек ял итәбеҙ?

Быйыл май байрамдарының оҙайлығы дүрт көн тәшкил итәсәк. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май – Еңеү көнө байрам көндәре булып тора.

Хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланһын өсөн Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән ялдар йәкшәмбе, 7 ғинуарҙан — шаршамбы, 2 майға, шәмбе, 28 апрелдән — дүшәмбе, 30 апрелгә күсерелгән. 28 апрель, 3 май һәм 4 май эш көндәре буласаҡ.
Шулай итеп, биш көн- лөк эш аҙнаһында 29, 30 апрель һәм 1, 2, 9 май байрам көндәре булып тора. Шәмбе, 28 апрелдә һәм шишәмбе, 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара
Читайте нас: