Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Апрель 2018, 18:23

Ветерандар бушлай оса

1 майҙан 15-енә тиклем, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 73 йыл тулыуҙы байрам итеү уңайынан, ветерандарға “Ырымбур” авиакомпанияһының барлыҡ даими рейстарында бушлай осоу хоҡуғы бирелә, тип хәбәр итә “Өфө” аэропортының матбуғат хеҙмәте. оҙатып йөрөүселәргә 50 процент ташлама яһала.

Ошо көндәрҙә әлеге рейстарға льготалы билеттар һатыу башланды. Пассажирҙарҙың түбәндәге категориялары бушлай осоу хоҡуғына эйә:
-Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары;
-“Германияны еңгән өсөн” йәки “Японияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары;
-“ленинградты обороналаған өсөн” йәки “Блокадалы ленинградта йәшәүсе” билдәһе менән бүләкләнгән кешеләр;
-I, II, III төркөм Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары (1941 – 1945);
-фашист концлагерҙарының бәлиғ булмаған әсирҙәре;
-тыл эшсәндәре.
Өҫтәмә мәғлүмәтте 8 (3532) 67-65-44 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Читайте нас: