Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Апрель 2018, 13:16

Беҙҙекеләр һынатмай

20-22 апрелдә Ишембай ҡалаһында БР Ауыл спорт уйындары сиктәрендә милли көрәш буйынса финал уйындары үтте. Ярышта Мәсетле районы көрәшселәре йыйылма командаһы 21 команда араһында алтынсы урын яуланы.

20-22 апрелдә Ишембай ҡалаһында БР Ауыл спорт уйындары сиктәрендә милли көрәш буйынса финал уйындары үтте. Ярышта Мәсетле районы көрәшселәре йыйылма командаһы 21 команда араһында алтынсы урын яуланы.
Шәхси беренселеккә килгәндә, 60 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Яуыш ауылынан Айнур Абдрахманов – икенсе, Әжекәйҙән Адис Солтанов (90 кг) – өсөнсө, Яуыштан Артур Севастьянов (70 кг) алтынсы урын алыуға иреште.
БР Ауыл спорт уйындары сиктәрендә гер күтәреү буйынса финал ярыштары ла уҙҙы. Унда Әбдрәхим ауылынан Ләйсән Мофазалова (һүрәттә) – икенсе, Оло Ыҡтамаҡтан Айҙар Хужин һигеҙенсе урын алды.
Мәсетле районы
Читайте нас: