Эйлестан
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Апрель 2018, 13:03

Хәтер һәм хөрмәт йөҙөнән

Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын байрам итеү сиктәрендә Үрге Ҡыйғы ауылында “Хәтерләйбеҙ һәм хөрмәт итәбеҙ” экологик акцияһы уҙҙы.

Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын байрам итеү сиктәрендә Үрге Ҡыйғы ауылында “Хәтерләйбеҙ һәм хөрмәт итәбеҙ” экологик акцияһы уҙҙы.
Акцияның инициаторҙары һәм ойоштороусылары булған “Йәшлек” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы ирекмәндәре билдәләүенсә, яҡташ яугирҙар иҫтә- легенә ҡуйылған “Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған” Хәрби Дан мемориалының тирә-яғын тәртипкә килтереү сараның төп маҡсаты булып торҙо. Был көндө үҫмерҙәр парк биләмәһен сүп-сарҙан һәм кипкән үләндән таҙартты. Бындай акциялар барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә уҙасаҡ.
Л. Ханова.
Ҡыйғы районы
Читайте нас: