Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Май 2018, 12:03

Министр ҡабул итте

Үткән аҙнала Салауат районы хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһы ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова граждандарҙы ҡабул итте. Уға туғыҙ кеше шәхси һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.

Үткән аҙнала Салауат районы хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһы ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова граждандарҙы ҡабул итте. Уға туғыҙ кеше шәхси һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.
Һорауҙарҙың күптәре торлаҡ мәсьәләһенә ҡағылды. Малаяҙ ауылынан “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән биш бала әсәһе Зөлфиә Абҡадированы торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһе борсой. Торлаҡ сертификаты булып сиратта торған күп балалы әсә Лариса Абдуллина, Татар Малаяҙынан улы Афғанстанда һәләк булған Рәмзиә Халикова ла ошо һорау менән килгән. Шулай уҡ министр “Хеҙмәт ветераны” исемен биреү, медицина реабилитацияһы үтеү мәсьәләләре буйынса ғаризалар ҡабул итте.
Ленара Хәким ҡыҙы барыһын да иғтибар менән тыңланы, мөрәжәғәттәрҙе контролгә алды һәм уларға тулы яуап бирергә вәғәҙәләне.
Ҡабул итеүҙә шулай уҡ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр, хоҡуҡ һәм кадрҙар эше буйынса урынбаҫары Владислав Килдейәров, төньяҡ-көнсығыш район-ара мәшғүллек үҙәге директоры Людмила Кичигина һәм халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү, пенсия фонды идаралығы, район үҙәк дауаханаһы, министрлыҡ ҡарамағындағы башҡа ведомство вәкилдәре ҡатнашты.
Ә. Иҙелбаев.
Салауат районы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: