Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Май 2018, 15:03

Еңеү байрамы гөрләп уҙҙы

9 майҙа илебеҙҙә Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арналған байрам саралары гөрләп уҙҙы. Дыуан районы Мәсәғүт ауылында ла Еңеү көнөнә арналған тантаналы митинг, яуҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алыу, тыл ветерандарын тәбрикләү сараһы үтте.

Байрамға килеүсе халыҡты район хакимиәте башлығы Ф. Мөхәмәҙиев, Дыуан һәм Салауат райондары буйынса хәрби комиссар Р. Фәтихов сәләмләне. “Был оло Еңеүҙе беҙҙең ата-бабаларыбыҙ йәне, тәне менән яулап алды. Бөгөнгө тыныс тормош еңел бирелмәне, миллиондарса яҡташыбыҙ яу яланында ятып ҡалды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет һалдаты тиңһеҙ батырлыҡ, сабырлыҡ күрһәтте һәм бөтә Европа илен фашист ҡоллоғонан азат итте. Йәштәр, һеҙ оло быуын кешеләренән үрнәк алырға, уларға лайыҡлы алмашсы булып үҫергә тейешһегеҙ. Бөгөнгө көндә Дыуан районында 11 һуғыш ветераны иҫән. Ҡаһарман ветерандарыбыҙға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ”, – тине улар үҙ сығыштарында.
Был көн программаһы айырыуса бай булды – район халҡы ауыл урамдары буйлап “Үлемһеҙ полк” сафында атланы, ҡаһармандар һәй- кәленә сәскәләр һалды, спорт һөйөүселәр Еңеү марафонында ҡатнашһа, район тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында тематик күргәҙмә ойошторолғайны. “Анастасия” кинотеатрында ла Бөйөк Ватан һуғышына арналған фильмдар күрһәтелде. Кисен иһә Еңеү паркында ретро-бейеү ойошторолоп сара Еңеү салюты менән тамамланды.
***
Үрге Ҡыйғы ауылында ла Бөйөк Еңеүгә арналған тантаналы митинг үтте.
Сараға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов ҡотланы. Яу яланында ятып ҡалған яугир яҡташтарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң тыл һәм һуғыш ветерандарын Ҡыйғы һәм Балаҡатай райондары буйынса хәрби комиссар Н. Скурихин һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны А. Веретенников сәләмләне.
Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, үҙешмәкәр артистар, балалар ҡатнашлығында ойошторолған театрлаштырылған тамаша һәм музыкаль сығыштар барыһының да күңеленә хуш килде. “Үлемһеҙ полк” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыусыларҙың һуғышта ҡатнашҡан атай, олатайҙарының портреттарын тотоп уҙыуына күптәр күҙ йәштәре аша ҡараны.
Район белем биреү учреждениелары уҡыусылары, кадеттар, төрлө һуғыш хәрәкәттәре ветерандарынан, спортсыларҙан, шулай уҡ стилизацияланған техникаларҙан торған тантаналы парадтан һуң яугир яҡташтар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалынды.
Артабан байрам тантанаһы үҙәк майҙанда дауам итте. Бында байрамға килеүселәр өсөн тематик концерт әҙерләнгәйне. Шулай уҡ теләгән бер кеше бында ялан ашханаһында әҙерләнгән һалдат бутҡаһын ауыҙ итте.
***
Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙанында үткән байрам ҡыҙыл байраҡ, Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын сығарыуҙан башланды.
Район мәктәптәре уҡыусыларының марш менән атлап үтеүе сараға тантана төҫө өҫтәне, халыҡтың үткәне өсөн ғорурлыҡ тойғоһон уятты. Өс йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашлығындағы “Үлемһеҙ полк” еңеүсе халыҡ берлеген символлаштырҙы. Артабан парад Еңеү паркына күсте. Район хакимиәте башлығы Ә. Әсәҙуллин яҡташ яугирҙарҙың үҙҙәрен аямай бөйөк еңеүгә ҙур өлөш индереүҙәре тураһында һөйләне, ветерандарға аяҙ күк өсөн рәхмәт әйтте, уларға һаулыҡ, именлек теләне. Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы башлығы Р. Ғәләүетдинов район халҡын байрам менән ҡотланы. Һуғыш ветераны Л. Зарипов үҙ сығышында барыһына ла оҙон ғүмер һәм уңыштар теләне. Йәш быуын исеменән Башҡорт гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы А. Носратуллин сығыш яһаны. Артабан һәләк булған һалдаттар һәйкәленә саскәләр һәм веноктар һалынды.
Концерт барышында мәктәп уҡыусылары һәм район ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында эстафета үтте. Еңеүселәргә район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлегенең грамоталары, миҙалдары һәм кубогы тапшырылды. Мәктәптәр араһында 1-се лицейға етеүселәр булманы. Икенсе һәм өсөнсө урынды Башҡорт гимназияһы менән Ләмәҙтамаҡ ауылы мәктәбе бүлеште. Ойошмалар араһында “Ҡарағай” ЯСЙ-һы хеҙмәткәрҙәре еңеү яуланы. Икенсе урында – мәғариф бүлеге, өсөнсөлә – Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре. Байрам салют менән тамамланды.
Материалдарҙы Л. Ғабдуллина һәм Р. Иштуғанова әҙерләне.
Читайте нас: