Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 82-се статьяһына ярашлы, Владимир Путин Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Рәсәйҙең Конституция Суды судьялары алдында Рәсәй халҡына ант бирҙе. Конституция суды рәйесе Валерий Зорькин Владимир Путиндың Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһын ҡабул итеүе тураһында иғлан итте.
Тантанала хөкүмәт ағзалары, Дума һәм Федерация Советы депутаттары, президент хакимиәте етәкселәре, Конституция суды судьялары, дипломатик корпус ҡатнашты. Сараға Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов та саҡырылғайны.
Был — Путиндың дәүләт башлығы вазифаһында дүртенсе мөҙҙәте. Уның тәүге ике мөҙҙәте дүртәр йыл дауам итте, Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индергәндән һуң дәүләт башлығы мандаты алты йылға тиклем оҙайтылды. Путин беренсе алты йыллыҡ мөҙҙәтен 2012 йылда ҡабул итте, уның яңы вәкәләттәр ваҡыты 2024 йылдың 7 майында тамамлана.