Эйлестан
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Май 2018, 17:19

Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!

15 майҙа ҡояш байыу менән бөтә донъя мосолмандары Рамаҙан айын ҡаршыланы. Башҡортостан мәсеттәрендә ошо изге айҙа ураҙа, тәүге тәрәүих намаҙҙары башланды.

Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи яҡтан үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Иманлы кешеләр өсөн ураҙа, тәү сиратта, тыйылған күренештәрҙән ситтә тороу, рухи һәм физик яҡтан сафланыу мөмкинлеген бирә. Ул — исламдың биш ҡанунының береһе. Һау-сәләмәт булған мосолмандарҙың барыһына ла ураҙа тотоу зарур.
Бер ай буйы изге эштәр ҡылырға, хәйер-саҙаҡа таратырға, Ҡөрьән уҡырға, Аллаһы Тәғәләне йышыраҡ телгә алырға, ҡунаҡ саҡырырға, иманлы кешеләр менән осрашырға, намаҙ уҡырға кәрәк. Изге ай барышында һәр мосолман фәҡирҙәр менән мохтажлыҡ кисергәндәргә фытыр саҙаҡаһы таратырға тейеш. Һаулығы насар булып, ураҙа тота алмағандар фидиә бирә.
Рамаҙан айы Ураҙа байрамы менән тамамлана. Быйыл ул 15 июнгә тура килә. Был көндө халыҡ иртә таңдан мәсеттәргә йыйыла, ғәйет намаҙы уҡый, байрам табыны ҡора. Ураҙа байрамы Башҡортостанда һәм ҡайһы бер башҡа төбәктәрҙә ял көнө тип иғлан ителде.
Читайте нас: