Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Май 2018, 13:53

Хәтер – мәңгелек

Бөйөк Еңеүҙе билдәләү көнө алдынан Дыуан районы Өлкөндө ауылында яугир яҡташтарыбыҙ Атлас Йыһануровҡа һәм Ғәзим Сафинға мемориаль таҡтаташ асылды.

Хәҙер көн һайын мәктәп уҡыусыларын мемориаль таҡта аша Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Атлас Мәғәфүр улы Йыһануров үҙенең йылы ҡарашы менән ҡаршы алып торасаҡ.
Таҡтаташ асыу сараһында ветерандың балалары Ирина Атлас ҡыҙы һәм Вилшат Атлас улы ҡатнашты. Улар йыйылыусыларға аталарының тормош юлын бәйән итте. Уның нисек уҡығанын, йәшәгәнен һөйләне. Баҡтиһәң, Атлас Мәғәфүр улы ни бары 17 йәшендә генә фронтҡа китә. Унан ул сәләмәтлеге сикләнеп, әммә III дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнеп ҡайта. Тыуған яғына ҡайтҡас Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлай. Артабан юғары белемгә лә эйә була. Өлкөндө ауылы мәктәбендә балаларға физика фәне серҙәрен аса, оҙаҡ йылдар директор урынбаҫары, киске мәктәп директоры булып эшләй.
“Иҫән булһаҡ – бирешмәҫбеҙ”. Тап ошо һалдат әйтемен бик йыш ҡабатлай торғайны атайым, – тине ветерандың улы Вилшат Йыһануров үҙ сығышында. Эйе, бындай кешеләр хәтерҙәрҙә мәңге йәшәй. Тап ошо турала ветерандар Советы ағзалары исеменән С. Закиров, Өлкөндө ауыл биләмәһе башлығы И. Мөхтийәров һәм башҡалар һүҙ алып барҙы.
Артабан “Үлемһеҙ полк” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыусылар колоннаһы Ҡаһармандар һәйкәленә юлланды. Бында уҙған тантаналы митингтан һуң Өлкөндө ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһына легендар разведчик Ғәзим Сафинға таҡтаташ ҡуйылды.
Ауыл биләмәһе башлығы Ғәзим Хәтим улының тормош юлы менән таныштырҙы. Фронтовиктың улы Рәшит Ғәзим улы атаһының 1939 йылда әрме сафтарына алынып ни бары 50-се йылдарҙа ғына әйләнеп ҡайтыуы тураһында һөйләне. Бик күп ауылдаштары ла уның хаҡындағы яҡты, йылы иҫтәлектәре менән бүлеште.
Еңеү көнөнә һәм мемориаль таҡтаташтар асыуға арналған саралар комплексы ауыл үҙешмәкәрҙәре тарафынан әҙерләнгән матур концерт менән тамамланды.
Л. Ғабдуллина.
Дыуан районы.
Автор фотолары
Читайте нас: