Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Май 2018, 13:32

Һорауҙар бергә хәл ителә

13 майҙа Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы Федераль Йыйылышы депутаты Илдар Бикбаев Ҡыйғы районының Абзай, Ләүйылға, Үрге Ҡыйғы ауылдары халҡы менән осрашыуҙар уҙғарҙы. Уға бөтәһе 14 кеше үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.

Район халҡын нигеҙҙә газ, һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү, юлдарҙы, күперҙәрҙе ремонтлау, уларҙың төҙөклөгөн контролдә тотоу, медицина хеҙмәтләндереүе һәм башҡа мәсьәләләр борсой. Мәҫәлән, Абзай ауыл биләмәһендә осрашыуға килеүселәрҙең шәхсән үҙҙәрен һәм яҡындарын борсоған һорауҙары бар ине. Алағуздарҙы йорттарға газ үткәреү һорауы ҡыҙыҡһындырҙы.
Ҡабул итеүгә килеүселәр араһында Ҡыйғы район Советы депутаты Раян Даянов та булды. Әйткәндәй, был көндө Раян Ризуан улына 70 йәш тулды. Илдар Зиннур улы юбилярҙы тыуған көнө менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ энтузиазм, халыҡ мәнфәғәтендә эшендә уңыштар теләне.
Ләүйылға ауылында депутат ҡарттар һәм инвалидттар йортона барып унда тәрбиәләнеүселәр менән аралашты һәм уларҙы борсоған һорауҙарҙы тыңланы (һүрәттә). Шулай уҡ И. Бикбаев ауыл мәктәбендә булды. Мәктәп директоры 80 уҡыусыға һәм 40 балаға иҫәпләнгән мәктәпте һәм балалар баҡсаһын төҙөү эштәрен тиҙләтеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Депутат был эште алға ебәреүгә бар көсөн һаласағын белдерҙе. Үрге Ҡыйғы халҡын ауыл үҙәгендә урынлашҡан микрорайонға таҙартыу ҡоролмаларын үткәреү мәсьәләһе борсой.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, депутаттың эш сәфәре емешле булды. Илдар Зиннур улы билдәләүенсә, бындай осрашыуҙарҙың әһәмиәте һәм файҙаһы бик ҙур. Сөнки был райондарҙың, ауыл биләмәләренең нисек йәшәүен, халыҡты ниндәй проблемалар борсоуын асыҡлау өсөн берҙән-бер мөмкинлек.
Л. Ғабдуллина. Ҡыйғы районы.
Читайте нас: