Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Май 2018, 14:04

“Ҡыҙыл әтәс” ҡотора

Башҡортостан Хөкүмәте 11 майҙан төбәк урманда- рында янғынға ҡаршы махсус режим индерҙе. Ул хәүефле мәл тамамланып, ошо хаҡта махсус бойороҡ сыҡҡансы дауам итәсәк.

Бойороҡҡа ярашлы, республиканың Урман хужалығы министрлығы урмандарҙа күҙәтеүҙе көсәйтергә, патруль хеҙмәтенең һөҙөмтәлелеген арттырырға, халыҡ араһында аңлатыу эше алып барырға тейеш. Шулай уҡ урманда усаҡ, сүп-сар яғыу, үлән үртәү ҙә тыйыла. Документтың үтәлешен контролдә тотоу Хөкүмәт Премьер- министры урынбаҫары Фәрхәд Самедовҡа йөкмәтелгән. Әйткәндәй, үткән ял көндәрендә республикала 36 янғын осрағы теркәлгән. Уларҙа өс кеше һәләк булған, ике кеше йәрәхәт алған. Ике көн эсен- дә янғын хеҙмәткәрҙәре 422 тапҡыр тревога буйынса күтәрелгән, шул иҫәптән 28 осраҡта – ҡоро үлән, 203 осраҡта үртәлгән сүп-сар янғынын һүндереү өсөн.
Йыл башынан төбәктә 47 урман янғыны теркәлгән. Һөҙөмтәлә 293,6 гектар “йәшел ҡалҡан” зыян күргән. Шул иҫәптән 12–13 майҙа республикала 21 янғын сығып, уларҙа 135 гектар урман әрәм булған.
Рәсәйҙә иһә “Ҡыҙыл әтәс” Амур өлкәһендә ныҡ ҡотора, 38,5 мең гектар урманды ялмап алған. Унан ҡала Байкал аръяғында 23 урында 25,6 мең гектар ер яна. Хабаровск крайында – 1,8 мең, Йәһүд автономиялы округында 73 гектар майҙан ут эсендә.
Читайте нас: