Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Май 2018, 11:22

Сәсмәүерем, селтәрем

18 майҙа Сибай ҡалаһында Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек нигеҙендә III “Сәсмәүерем, селтәрем-2018” төбәк-ара башҡорт милли кейеме фестиваль-конкурсы үтте.

Башҡорт халыҡ костюмын һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү, милли кейем тегеүсе һәм биҙәүестәр эшләүсе талантлы оҫтабикәләрҙе табыу, йәш быуында милли мәҙәниәт нигеҙендә эстетик зауыҡ формалаштырыу маҡ- сатында уҙғарылған сарала урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары, балаларға өҫтәмә белем биреү мәк- тәптәре һәм үҙәктәре, ижади коллек- тивтар ҡатнашты.
Конкурста Белорет, Сибай, Өфө ҡалаларынан, Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Мәсетле райондарынан барлығы 50-нән ашыу кеше ҡатнашты. Мәсетле районынан конкурсҡа “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһы ағзалары барҙы. Оҫтабикәләр күргәҙмәгә этнографик костюмдар, ҡалпаҡлы башҡорт милли костюмдары, селтәрҙәр тәҡдим итте, шулай уҡ кейеҙҙән әйберҙәр, янсыҡ һәм селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеп, тәжрибә уртаҡлашты.
Жюри ағзалары тәҡдим ителгән әйберҙәрҙең күп төрлөлөгөн, оригиналлеген һәм яһауҙа ҡатмарлы булыуын билдәләне. Һөҙөмтәлә Яуыш ауылынан Тәнзилә Ғәйнетдинова – “Таҡыя” номинацияһында һәм Туҡбай ауылынан Дамира Фәхрисламова “Янсыҡ” номинацияһында Гран-при алыуға өлгәште. Ләмәҙтамаҡ ауылынан Нурания Ғилметдинова – “Кейеҙ”, Әбдрәхим ауылынан Сажиҙә Фәйзрахманова – “Селтәр”, район тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы “Этнографик костюм” номинацияһында II дәрәжә диплом алыуға өлгәште.
Р. Иштуғанова. Мәсетле районы
Читайте нас: