Эйлестан
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Май 2018, 11:25

Йөрәк иҫләй...

Салауат районында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәр, спорт һөҙөмтәләренә ирешкәндә ғүмерҙәре өҙөлгән спортсылар иҫтәлегенә бағышланған “Йөрәк иҫләй...” спорт фестивале үтте.

Сараның төп маҡсаты — йәш быуынды гражданлыҡ-илһөйәрлек рухында тәрбиәләү. Сараны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе, “Янғантау” геопаркы етәксеһе Ринат Әбдрәшитов, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының бүлек начальнигы Гөлназ Дауытова, Салауат районы хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Рөстәм Хөснуллин, БР Альпинизм федерацияһы төбәк йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Олег Ғәзимуллин сығыш яһап командаларға уңыштар теләне. Улар матур традицияға әйләнгән фестиваль быйыл ЮНЕСКО ҡарамағындағы “Янғантау” геопаркы биләмәһендә үтеүен, йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны артыуын билдәләне.
Икенсе йыл рәттән Иҙрис ауылы янында уҙған фестивалдә быйыл республика ҡала һәм райондарынан туристик, эҙәрмән, хәрбипатриотик клубтар, секциялар, түңәрәктәр, берләшмәләрҙең тәрбиәләнеүселәренән торған 19 команда ҡатнашты. Командалар палаткалар ҡороп өс көн дауамында скайраннинг (спринт), альпинизм, автоматты һүтеү һәм ҡороу, марш-бросок буйынса көс һынашты.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Дыуан ауылы мәктәбенең “Патриот” хәрби-патриотик клубы беренсе урын яуланы. Мишкә районының “Путник” һәм Туймазы районының “Дзержинец-2” хәрби-патриотик клубтары икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште. Һәр ҡатнашыусыға алипинизм буйынса әҙерлек курсын уңышлы үтеү тураһында сертификат тапшырылды. Шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаевтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнеүселәр ҙә булды.
Р. Иштуғанова. Салауат районы.
Читайте нас: