Йыл һайын ойошторолған “Владимир Путин менән тура бәйләнеш” махсус программаһы “Беренсе”, “Рәсәй 1”, “Рәсәй 24” телеканалдары, “ОТР” (“Рәсәй йәмәғәт телевидениеһы”), “Маяҡ”, “Хә-бәрҙәр ҒМ” һәм “Рәсәй радиоһы” радиостанциялары аша тапшырыла.
8-800-200-40-40 телефоны буйынса илдең теләһә ҡайһы нөктәһенән тура эфирға шылтыратырға була. Ҡала һәм кеҫә телефондарынан шылтыратыу бушлай.Президентҡа һорауҙарҙы телефон аша йәки смс- хәбәр итеп тә еткерергә мөмкин.
Интернет аша һорауҙы www.moskva-putinu.ru йәки москва-путину.рф адрестары буйынса ебәрергә мөмкин. Бынан тыш, Президент-ҡа ҡыҫҡа видеомөрәжәғәт йәки мобиль ҡоролмалар өсөн махсус ҡушымта ярҙамында мөрәжәғәт итергә була.
04040 һандарына SMS һәм MMS-хәбәрҙәр Рәсәй элемтә операторҙары телефондарынан ғына ҡабул ителә. Хәбәр ебәреү бушлай. Һорау рус телендә яҙылған һәм күләме 70 билдәнән артмаҫҡа тейеш.