Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Июнь 2018, 14:06

Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя

15-16 июндә Салауат районында “Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя” тигән милләт-ара йәштәр форумы үтә. Байрамға бөтә республиканан һәм күрше төбәктәрҙән йәштәр саҡырыла.

Сараның маҡсаты — йәштәрҙе туплау, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу, башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, милләт-ара татыулыҡты нығытыу.
Форум барышында мәғариф, ижади, спорт майҙансыҡтары эшләйәсәк, унда ҡатнашыусыларға лекция һәм тренингтар ойоштороласаҡ. Ике көн дауамында “Йәшлек моңо” йәш башҡарыусылар бәйгеһе, шәжәрәләр конкурсы, милли биҙәүестәр әҙерләү, ҡурайҙа уйнау, уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелә.
Кем үҙен төрлө ярыштарҙа һынап ҡарарға, кисен йырлап-бейеп күңел асырға, яңы дуҫтар табырға теләй, байрамға рәхим итегеҙ!
Читайте нас: