Байрам сиктәрендә ауылда 2007 йылда төҙөлөп һуңғы арала ябыҡ торған “Таһир” мәсетенә яңы һулыш бирелде. Уны төҙөкләндереүгә ауыл халҡы, ситтә йәшәүсе ауылдаштар бик күп өлөш индерҙе.
Сараға ауыл биләмәһе халҡы ғына түгел, ә ошо яҡтарҙа тыуып үҫеп тә бөгөнгө көндә сит тарафтарҙа йәшәүселәр ҙә бихисап йыйылғайны. Шулай уҡ урындағы халыҡтың ҡыуанысын уртаҡлашырға килгән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Фәнил Сафин, халыҡҡа социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәгенең төняҡ-көнсығыш филиалы етәксеһе Роза Ҡыямова, Ҡыйғы районы имам- мөхтәсибе Салауат хәҙрәт Ғибәҙуллин, БР-ҙа кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты юрисы Илнур Зарипов, Ҡыйғы районы мосолман ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Гөлнәзирә Зариповаларҙың осрашыуҙа ҡатнашыуы сараға айырыуса ҙур әһәмиәт өҫтәне.
“Ихлас” мәсете мөхтәсибе Салауат Ғибәҙуллиндың сәләмләү сығышынан, ауыл имам-хатибы Ишберҙе ағайҙың аят, доғаларынан һуң Иҫке Мөхәмәт ауылы ағинәйҙәренең мөнәжәтселәр төркөмө Алағуҙ ауылы халҡын ҡотлап, тәрән мәғәнәле, уйландырырға мәжбүр иткән мөнәжәттәрен әйтте, үҙҙәренең ауыл имам-хатибы исеменән мәсеткә бүләк тапшырҙы.
Байрамдың икенсе өлөшө ауыл мәҙәниәт йортона уҙҙы. Сараға килеүселәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән яҡташ-оҫталарҙың эштәренән әҙерләнгән “Ауылым оҫталары” күргәҙмәһе менән танышты.
Сараның пленар өлөшө лә тематик яҡтан бик фәһемле һәм ҡыҙыҡлы булды. Бер-бер артлы һүҙ алған ҡунаҡтар сара темаһына ярашлы бик актуаль мәсьәләләрҙе көн үҙәгенә сығарҙы. Абзай ауыл биләмәһе башлығы Закирйән Камалов йыйылыусыларҙы ауылдың бөгөнгө хәле, халыҡтың йәшәйеше менән таныштырҙы. Башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһап киләсәккә пландар менән таныштырҙы.
Иман йорто асылыуы ауыл халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур байрамға әүерелде. Оло йәштәгеләр генә түгел, йәштәр ҙә ҡәнәғәтлек тойғоһон йәшермәне. Мәсет булған ерҙә иман да булыр, тигән боронғолар. Ысынлап та, “Таһир” мәсете лә Алағуз ауылына иман килтерер, ҡот өҫтәр, тип ышанғы килә.
Л. Ғабдуллина. Ҡыйғы районы.