Эйлестан
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Июнь 2018, 18:58

Ил башлығы һорауҙарға яуар бирҙе

Рәсәй Президенты тура эфирҙа 4 сәғәт 20 минут эсендә 79 һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Владимир Путин Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә йәшәүселәрҙең һорауҙарына яуап ҡайтарҙы. Президент өсөн был юғары дәүләт вазифаһында яңы алты йыллыҡ срокта тәүге «Тура бәйләнеш»е һәм 2001 йылдан – 16-сы.
Мөрәжәғәттәрҙең бер өлөшөн дәүләт башлығы үҙе һайлап уҡыны. Улар иҡтисадҡа, экологияға, инфраструктураны үҫтереүгә арналғайны. 12 һорау – иҡтисади мәсьәләләргә, етәү – Рәсәйҙең эске сәйәсәтенә, һигеҙ – халыҡ-ара мәсьәләләргә (Рәсәйҙең АҠШ һәм Бөйөк Британия менән мөнәсәбәттәренә, Укринаны көйләү мәсьәләләренә, Балтия, Сүриә илдәрендә рус телле халыҡтың хәленә), берешәр – спортҡа, космонавтиканы үҫтереүгә, өсәү – медицина проблемаларына, бишәү – социаль сәйәсәткә, икәү – экологияға, икәү армияға һәм оборона-сәнәғәт комплексына ҡағылды. Тағы ете блицһорау шәхси сифатта булды.
Дәүләт башлығына дөйөм мөрәжәғәттәр һаны 2,5 миллионға етте.
Читайте нас: