Эйлестан
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Июнь 2018, 18:36

Мин – башҡорт, тип танышығыҙ…

Өфөлә, М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында, яҡташ шағирәбеҙ, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Зөлфиә Ханнанованың “Мин – башҡорт, тип танышығыҙ…” китабының исем туйы үтте.

Китап З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә 1000 данала донъя күргән. Исем туйында китапҡа ингән шиғырҙарҙы билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре Фәнзил Санъяров, Хөрмәтулла Үтәшев, Фирҙәт Ғәлиев, Флүрә Мурзина, Риф Ғәбитов, Гөлфиә Янбаева, Рәсүл Ҡарабулатов, Йәмил Ишмөхәмәтов, Ғәзиз Әбделманов, Филүс Ҡасимов уҡыны.
Кисәлә популяр артистар Венер Камалов һәм Гөлсөм Бикбулатова, шулай уҡ шағирәнең кесе ҡыҙы Әминә Әлибаева сығыш яһаны. Улар Зөлфиә Ханнанова шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы. Сарала шулай уҡ шағирәнең яҡташтары ҡатнашты. Исем туйы ысын мәғәнәһендә күңел байрамына әүерелде.
"Зөлфиә Ханнанованың шиғриәте кеше һәм халҡыбыҙ яҙмышындағы ҡатмарлы ҡаршылыҡтар тураһында уйландыра. Иң мөһиме – уның һүҙе яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа, юғарылыҡҡа әйҙәй, күңелдәребеҙгә аҡ нур бөркә, йәм өҫтәй. "Был донъяла аҙаштым мин бары йыр эҙләп, моң эҙләп кенә", – ти шағирә. Аҙашһалар ҙа йыр эҙләп, моң эҙләп кенә аҙашһындар ине был ҡатмарлы донъяла кешеләр. Ихлас йыр барыбер тура юлға сығара" – тип яҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев китапҡа баш һүҙен яҙғанда.
З. Ғәлләмова.
Читайте нас: