Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Июнь 2018, 16:36

Лайыҡлыларға – дәүләт наградаһы

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Төрлө иҡтисад, социаль өлкә, мәҙәниәт һәм спорт тармаҡтарынан 49 вәкил ордендар, маҡтау грамоталары, исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Улар араһында яҡташтарыбыҙ ҙа булыуы ҡыуаныслы – Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик йәштәр үҙәгенең Төньяҡ филиалы мөдире Роза Ҡыямова – Башҡортостан Республикаһы Почет грамтаһы менән бүләкләнһә, БР “Үҙәк” МТС-ының Дыуан районындағы филиалы агрономы Нуриәхмәт Ҡотошов “БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме бирелде.
Тантана барышында Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Таңсулпан Ғарипованы “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән маҡтаулы исем менән бүләкләне. Таңсулпан Ғарипова — Зәйнәб Биишеванан һуң ошо абруйлы исемде алған икенсе ҡатын-ҡыҙ яҙыусы.
— Был минең өсөн бик тулҡынландырғыс булды. Проза яҙыу — ауыр хеҙмәт, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ өсөн. Бер яҡтан, үҙем, икенсенән, әлеге көндө көткән уҡыусыларым өсөн шатмын. Ошо дан әҫәрҙәремде уҡыусыларға, халҡыма кәрәк, — тине яҙыусы.
Республика Башлығы тантанала ҡатнашыусыларҙы лайыҡлы наградалары менән ҡотланы һәм эштәрендә артабан да уңыштар теләне.
Читайте нас: