Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Июль 2018, 12:57

Спорт сиктәрҙе белмәй

27-29 июндә Мәсетле районында мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында спорт туризмы буйынса сираттағы ярыштар уҙҙы. Турслет Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең республика ойошмаһы булышлығында үткәрелде.

Сараны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин барыһын да сәләмләп, район халҡы, иҫтәлекле урындар тураһында һөйләне. Ярышта ҡатнашыусыларға уңыштар, рух берҙәмлеген теләне. Флаг күтәреү хоҡуғы район инвалидтар йәмғиәте рәйесе Рәфил Бижановҡа бирелде.
Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең республика ойошмаһы рәйесе Олег Ротов үҙ сығышында район хакимиәтенә, район инвалидтар ойошмаһы рәйесенә рәхмәтен белдерҙе, иң яҡшы спортсы исемен яуларға республиканың барлыҡ мөйөштәренән 200-гә яҡын ҡатнашыусы килеүен билдәләне. Баш судья Винер Хәлитов ҡатнашыусыларҙы ярыш программаһы менән таныштырып яңы еңеүҙәр теләне. Район мәҙәниәт йорто артистары башҡарыуындағы концерт номерҙары сараға байрам төҫө өҫтәне, күңелдәрҙе күтәрҙе.
Ярыштар спортсыларҙың туристик оҫталыҡ кимәлен күтәреүҙән тыш, команда менән бергә эшләргә өйрәтеүгә йүнәлтелгәйне. Уларҙың оҫталығын беренсе категориялы профессиональ судьялар Михаил Камский һәм Армут Вахов баһаланы. Турслет барышында йәйәүлеләр һәм һыу туризмы, коляскала йүнәлеш алыу һәм велотуризм ярыштары, шулай уҡ формаль булмаған, ләкин ҡатнашыусылар айырыуса яратҡан иң төҙөк һәм хәүефһеҙ лагерь, иң үҙенсәлекле аш-һыу конкурстары уҙғарылды.
Спорт туризмы буйынса республика ярыштары ошондай форматта 10 йылдан ашыу үткәрелә. Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы спортсыларға Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә.
Һөҙөмтәлә беренсе урынға Салауат районы командаһы лайыҡ булды. Икенсе һәм өсөнсө урынды Әбйәлил һәм Күгәрсен районы командалары бүлеште.
А. Ишмөхәмәтова.
Мәсетле районы.
Читайте нас: