Ҡабул итеү барышында Арыҫлан һәм Түбәнге Ҡыйғы ауылдарында мәҙәниәт усаҡтары төҙөү перспективаһына, балалар сәнғәт мәктәбенең ҡайҙа урынлашыуына, музыка ҡоралдарын яңыртыуға һәм башҡа темаларға ҡағылышлы һорауҙар ҡаралды. Ведомство етәксеһе барыһын да иғтибар менән тыңланы, мөрәжәғәттәр контролгә алынды.
Ҡабул итеүҙән һуң Әминә Шафиҡова район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов менән берлектә Үрге Ҡыйғы ауылы балалар сәнғәт мәктәбендә булып уның материаль базаһы һәм уңыштары менән танышты. Министр шулай уҡ Арыҫлан, Түбәнге Ҡыйғы ауылы клубтарында, райондың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды.