Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Июль 2018, 11:56

Яңы маҡтаулы исем

Башҡортостанда яңы награда – “Башҡорт халыҡ геройы” миҙалы барлыҡҡа киләсәк. Йәмәғәт наградаһын ойоштороу тураһында ҡарар 28 июндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ултырышында ҡабул ителде.

Маҡтаулы исем Ҡоролтайҙың граждандарҙы башҡорт халҡы алдында айырым ҙур ҡаҙаныштары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендәге айырым ҡаҙаныштары, халыҡтар араһында татыулыҡты, дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуҙағы ҡаҙаныштары, башҡорт халҡын яҡлау эшендә батырлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне һәм дәүләт, республика һәм башҡорт халҡы алдында башҡа ҡаҙаныштары өсөн иң юғары бүләкләү формаһы буласаҡ. Маҡтаулы исемде үлгәндән һуң да бирергә мөмкинбуласаҡ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы награданың иң яҡшы эскизын уйлап сығарыуға асыҡ конкурста ҡатнашырға саҡыра. Конкурста ҡатнашыуға художество һәм аң-белем таратыу эшмәкәрлеген алып барған юридик һәм физик шәхестәр, шул иҫәптән ижади коллективтар, инициативалы төркөмдәр һәм ойошмалар саҡырыла. Эштәре 2018 йылдың 1 октябренә тиклем электрон формала “Башҡорт халыҡ геройы” миҙалын уйлап сығарыу буйынса конкурс” билдәһе менән [email protected] адресына ҡабул ителә.
Читайте нас: