Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Июль 2018, 16:43

Йәш геологтар көс һынашты

1-13 июлдә Салауат районынында Яңы Ҡаратаулы ауылы янындағы һабантуй яланында XXXII “Йәш гелологтар” республика ялан профилле белем биреү-һауыҡтырыу лагеры эшләне. Унда республиканың Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Сибай ҡалаларынан, Хәйбулла, Дыуан,Салауат, Ғафури райондарынан 14 команда ҡатнашты.

БР Мәғариф министрлығының Республика туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәге методисы Елена Щербакова биргән мәғлүмәттәр буйынса, ”Йәш геологтар” лагеры йыл һайын республиканың бер районында үтә. Быйыл балаларҙы Салауат ере ҡабул итте. Улар үҙҙәре ҡорған палаткаларҙа йәшәне һәм алдан раҫланған программа буйынса шөғөлләнде. Уҡыусылар сараға уҡыу йылы дауамында әҙерләнгән, дәрестәрҙә, берекмәләрҙә геология нигеҙҙәрен өйрәнгән, төрлө конкурстарҙа, конференция һәм олимпиадаларҙа ҡатнашҡан.
Слет барышында балалар менән геология төрҙәре буйынса занятиелар, олимпиада, викториналар, фото һәм рәсем төшөрөү буйынса конкурстар, әҙәби һәм мәҙәни темаларға ижади кисәләр, спорт уйындары үткәрелде. Шулай уҡ улар “Янғантау” шифаханаһында, Ҡорғаҙаҡ ишишмәһендә, Мәсетле стратиграфик киҫелешендә, Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейында, Лаҡлы һәм Иҙрис мәмерйәләрендә экскурсияла булды. Уҡыусылар геология маршруты, минералогия, петрография, геологик киҫелеш, радиометрия , гидрометрия кеүек 12 йүнәлештәр буйынса зачет бирҙе, йыл дауамында алып барған ялан һәм тикшеренеү эштәре буйынса отчеттарын яҡланы.
Һөҙөмтәлә иң күп мәрәй йыйып Өфө ҡалаһының 40-сы мәктәбенең “Контакт” командаһы беренсе урынды яуланы. Еңеүсе команда 2019 йылда Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашасаҡ.Икенсе урында – Сибай ҡалаһы гимназияһының “Рудознатцы” командаһы, өсөнсөлә – Октябрьский ҡалаһының Балала-үҫмерҙәр туризм һәм экскурсия буйынса станцияһының “Эпицентр” командаһы.
Лагерь етәкселеге балаларҙың ялын юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн Салауат район хакимиәтенә, район мәғариф бүлегенә, Балалар ижад йорто, “Йәш техниктар” станцияһы хеҙмәткәрҙәренә һәм башҡа ойошмаларға оло рәхмәтен еткерә.
Ә. Иҙелбаев.
Салауат районы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: