Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Июль 2018, 13:23

Экологик белем биреү

1 сентябрҙән Башҡортостан мәктәптәрендә экологик белем биреү буйынса кластан тыш дәрестәр инә башлай. Бынан тыш, система балалар баҡсаһынан башлап бәлиғ булмағандарҙы уҡытыуҙы күҙ уңында тота. Эшкә төбәктәге бөтә белем биреү учреждениеларын йәлеп итәләр.

Республиканың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры урынбаҫары Наталья Логунова белдереүенсә, айырым бер саралар әҙерләнгән: балалар баҡсаһынан башлап экологик белемлелеккә уҡытыу, был эшкә муниципаль берәмектәр, биләмә башлыҡтары ла йәлеп ителәсәк. Бер төркөм медиапродукттар сығарыласаҡ. 1 сентябрҙән республиканың бөтә мәктәптәрендә лә Мәғариф министрлығы аша экологик белем биреү индерелә. Яҙғыһын уҡ төрлө саралар уҙғарылды: экологик марафондар, экологик КВН-дар һәм башҡалар, Башҡортостан балаларҙы экологик тәрбиә биреүгә йәлеп итеү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде. Бындай дәрестәр “Йәшел Башҡортостан” бренды эгидаһы аҫтында үтәсәк.
Проект профилле министрлыҡтар булышлығында тормошҡа ашырыла, был эштә БР Мәғариф министрлығы һәм республика балалар экологик-биология үҙәге ярҙам итәсәк, тип билдәләнеләр Экология министрлығында.
Читайте нас: