Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Июль 2018, 13:17

Йәмәғәт контроле

Районда “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы инициативаһы менән старт алған ”Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль программаһы буйынса Үрге Ҡыйғы ауылында мәҙәниәт һәм ял паркы һәм алты күп фатирлы йорттоң ихатаһы төҙөкләндерелә.

Йәмәғәт контроле ағзалары программаның тормошҡа ашырылыуын контролдә тотоу маҡсатында аҙна һайын объекттарҙа булып башҡарылған эштәрҙе күҙәтә. Үткән аҙнала йәмәғәт контроле вәкилдәре мәҙәниәт һәм ял паркында булды, шул иҫәптән “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Светлана Туразянова.
Ағымдағы йылда паркта 640 квадрат метр майҙанда асфальтҡа ремонт эшләү һәм 978 квадрат метрға яңы асфальт түшәү,13 эскәмйә һәм урна, 25 электр яҡтыртҡысы менән бағана урынлаштырыу, 600 метр кабель һалыу һәм балалар уйын майҙансығы төҙөү планлаштырылған. Проект суммаһы 2,5 миллион һум тәшкил итә.
Читайте нас: