Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев Салауат районы биләмәһендә “Янғантау” геопаркы ойоштороу тигән ҡарар 2017 йылдың июнь айында Өфөлә үткән Халыҡ-ара экологик форум сиктәрендә ҡабул ителгәнен хәтергә төшөрҙө. Ошо көндәрҙә республикаға халыҡ-ара белгестәрҙең килеүе көтөлә, улар геологик парк биләмәһен ҡараясаҡ. Илдар Һаҙыев геопаркты ойоштороуҙа Сурен Гевиняндың ролен айырым билдәләп үтте һәм статус биреүгә ғаризаның 2018 йылдың сентябрендә ҡараласағын хәбәр итте.
– Геологик планда республика ҡыҙыҡлы. Уны беҙҙә булып киткән байтаҡ белгестәр билдәләй. Беҙҙә, ғөмүмән әйткәндә, бөтә нимәне – тауҙарҙы, тигеҙ ерҙәрҙе, далаларҙы күрергә мөмкин, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ геопарктар аша республикабыҙға ҡарата туристик берләшмәләрҙең иғтибарын йәлеп итергә, тәбиғәтебеҙҙе ҡарарға теләүсе халыҡ ағымын ойошторорға теләйбеҙ.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар “Янғантау” геопаркын ЮНЕСКО-ның глобаль исемлегенә индереү Салауат районында индустрияға ҡарамаған үҫеш драйверы буласағын, биләмәнең геологик, археологик һәм мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәген, шулай уҡ өҫтәмә табыш килтерәсәген билдәләне.
– Һеҙҙә күптәрҙә булмаған күп нәмәләр бар. Иҫ киткес тәбиғәтегеҙ, ғәжәп тарихығыҙ. Гелогияғыҙ бик ҡыҙыҡ. Иң мөһиме, һеҙҙә йолаларҙы һаҡлаусы бик һәйбәт кешеләр. Һеҙҙең үҫешкән ғилми мәктәбегеҙ бар, – тине Сурен Гевинян. – Геопарктың глобаль исемлеккә инеүе туризм, музейҙарға йөрөү, сувенирҙар етештереү, бал һатыу ярҙамында өҫтәмә табыш килтерәсәк. Кемдәрҙер гид булып эшләйәсәк, берәүҙәр – кешеләрҙе өйөндә ҡабул итәсәк, икенселәр кейем бесеү һәм тегеү менән шөғөлләнәсәк, уҡытасаҡ, туристар өсөн аҙыҡ-түлек етештерәсәк. Шулай уҡ яңы статус менән халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙы уҙғарыу еңелерәк буласаҡ.