Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Август 2018, 12:05

Заводҡа яңы һулыш

Үткән йомала Кесе Ыҡтамаҡ ауылындағы кирбес заводын рәсми асыу тантанаһы үтте. Заводты үҙгәртеп ҡороу Башҡортостан республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү урта сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарылды.

Кирбес заводы үткән быуаттың 1954 йылында төҙөлә башлай һәм ике йылдан ҡулланыуға тапшырыла. Йылдан-йыл районда яңы производство объекттары, торлаҡ төҙөлөшө киңәйеү сәбәпле күп күләмдә кирбес талап ителә.1976 йылда йылына 8 миллион кирбес етештерерлек һәм республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәген продукция менән тәьмин итерлек яңы завод төҙөлөп сафҡа индерелә.1990 йылда 90 кешелек коллективы булған завод тулы ҡеүәтенә эшләй башлай. Илдә барған үҙгәрештәр заводҡа ла ҡағылмай ҡалмай, хужалары алышынып торған завод әкренләп тарҡала, ҡоролмалары иҫкерә.
Дүрт йыл элек “Уралстройкерамика” ЯСЙ-һы торг барышында кирбес заводына эйә була. Йәмғиәт директоры Салауат Файзылғаянов һөйләүенсә, ул саҡта заводтың стеналары һәм түшәме, хужалыҡ ҡаралтылары ремонтлауҙы,туҙған ҡоролмалар яңыртыуҙы талап итә. Йәмғиәт ошо осорҙа бинаға, ҡыйығына капиталь ремонт яһай. Конструкцияларҙы көсәйтә, технологик сылбырҙы тергеҙә, газ үткәрә,территорияны тәртипкә килтерә. Заводтан алыҫ булмаған балсыҡ карьеры рәсмиләштерелә. Кирбес сығарыу линияһы тулыһынса яйға һалынғас, үткән көҙ һынау партияһы етештереп продукция сифатын һынайҙар.
Завод эшселәренә хәүефһеҙ эш урындары булдырылыуы менән бергә ял итеү бүлмәләре лә ремонтлана, яңы мебель менән йыһазландырыла, йылы иҙәндәр түшәлә, һалҡын һәм йылы һыу менән тәьмин ителә.
Дөйөм алғанда заводты яңыртыуға 18 миллиондан ашыу инвестиция һалынған. Максималь производство ҡеүәте-йылына М-170 маркалы 10 миллион кирбес сығарыу. Завод тулы ҡеүәтенә эш башлаһа, унда 120 эш урыны булдырыласаҡ. Әлегә бында 25-тән ашыу кеше эшләй. Заводҡа мейескә ҡуйыусылар, формаға һалыусылар, кирбес яндырыусылар һәм башҡа эшселәр талап ителә. Уларҙы эш урынында өйрәтеү күҙаллана.
Тантанала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратынан махсус проекттарҙы оҙатыу бүлеге мөдире Наил Хәлиуллин, БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының төҙөлөш материалдары сәнәғәте бүлеге начальнигы Сергей Турсуков, район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин һәм уның урынбаҫары Азамат Ҡәләмов, “Уралстройкерамика” ЯСЙ-һы директоры Салауат Файзылғаянов, ойоштороусыһы Марсель Сәлимгәрәев, заводтың белгестәре һәм коллективы, башҡа ойошма, предприятие вәкилдәре ҡатнашты. Завод директоры Салауат Имамғаяз улы килгән ҡунаҡтарҙы завод менән таныштырып экскурсия үткәрҙе.
Ә. Нуретдинов.
Мәсетле районы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: