Лилиә Яхья ҡыҙы менән Альфред Сәлим улын 38 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Альфред ағай Яраҫтауҙа тракторсыға, Красноуфимда водителгә уҡып сыҡҡан. Мәктәптә водитель инструктор, колхозда ЗИЛ-да эшләргә тура килә. Колхоз тарҡалғас Оло Ыҡтамаҡ АТП-һында автобус водителе булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Альфред ағай мәктәптә газ котельняһы операторы булып эшләүен дауам итә. Лилиә апай Силәбе өлкәһе Һатҡы ҡалаһы медицина училищеһында шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштергән. Силәбелә өс йыл эшләп ҡайтҡандан һуң, 19 йыл ғүмерен ФАП-та шәфҡәт туташы, аҙаҡтан колхозда физкабинетта эшләй. Бер нисә йыл Ишәле ауылына йөрөп эшләгәс, мәктәпкә иҙән йыуыусы булып урынлаша. Хәҙер Лилиә апай хаҡлы ялда. Ата-әсәһен ҡыуандырып Айвар, Денис һәм Рөстәм исемле улдары буй еткерә.
Ғаиләләрендә ҡыҙ булмағас, Лилиә апай ҡыҙлы булыу хыялы менән яна. Ҡыҙлыҡҡа кескәй ҡыҙ алыу ниәтен белдергәс, тормош иптәше ҡаршы төшмәй. Лилиә апай тиҙ арала тәрбиәгә бала алыу өсөн уҡып, бар документтарҙы юллай. Шулай ғаиләлә 2009 йылда ике йәшлек кенә Диана барлыҡҡа килә. Ҡыҙсыҡҡа операция талап ителгәс, Лилиә апай менән Альфред ағай бар эштәрен ситкә ташлап уның һаулығын хәстәрләп Өфө дауаханалары тупһаһын йыш тапай. Бер нисә операция үткәргән ҡыҙсыҡ тиҙ арала ата-әсәһенә өйрәнеп, уларҙы яҡын күрә башлай. Үҫә төшкәс Диана үҙенә иптәшкә кесе туған һорай башлай. Тағы бер ҡыҙҙы тәрбиәгә алырға уйлап йөрөгән Дәүләтшиндарҙы яҙмыш өс бер туған Азамат, Рәсүл һәм Таңсулпан менән осраштыра. Туғандарҙы айырырға форсат итмәй уйламаған ерҙән бер ҡыҙ урынына өс бала алып ҡайта 2013 йылда Альфред ағай менән Лилиә апай. Балаларҙың һәр береһенә күңел йылыһын бүләк итә улар.
Ул саҡта 4-се класта уҡыған Азамат, 1-се класта уҡыусыһы Рәсүл һәм 4 йәшлек кенә Таңсулпан үҙҙәрен иң бәхетле итеп хис итә. Бала өсөн иң мөһиме яҡыныңдың һөйөүен, хәстәрен, һин кемгәлер кәрәклегеңде тойоу бит инде. Был ғаилә иһә кескәйҙәргә бар күңелен, йөрәген бирә. Балалар барыһы ла тырышып уҡый, мәҙәниәт йортонда эшләп килгән театр түңәрәгенә йөрөй. Таңсулпан матур итеп йырлай, конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай. Йыл һайын “Ҡарлуғас” лагерында, шифаханаларҙа ял итә балалар. Күптән түгел бар ғаиләләре менән Соль-Илецкийға барып һаулыҡтарын нығытып ҡайтҡандар. Дәүләтшиндар күпләп мал ҡарай, баҡса үҫтерә. Балалар хужалыҡта ярҙамлаша, ата-әсәле, туғанлы-терәкле булыуҙың ҡәҙерен белеп үҫә.
Денис улдары Первоуральский ҡалаһында заводта, Рөстәм вахта ысулы менән Магаданда эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптән түгел Дәүләтшиндарҙың оло улдары Айвар вафат була. Лилиә апай менән Альфред ағай кескәйҙәр өсөн артабан йәшәргә көс таба.
Дәүләтшиндар ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыусы, абруйлы матур ғаиләләрҙең береһе. Ғаиләләге йылы¬лыҡты, ундағы мөнәсәбәттәрҙе бер ниндәй дәү¬ләт учреждениеһы ла алмаш¬тыра алма¬ғанын аңлаған, ысын йөрәктән кисергән кешеләр генә бындай аҙымға баралыр, тип уйлайым. Дәүләтшиндарҙың быға батырсылыҡ итеүе тик һоҡланыу ғына уята. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған, сабыр, изге йөрәкле за-мандаштарыбыҙ күберәк булһын ине.