Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Август 2018, 16:50

Пенсия йәше тураһында

Үҙәк һайлау комиссияһы пенсия реформаһына ҡағылышлы һорауҙарҙы референдумға индереүҙе законлы тип тапты.

РФ Үҙәк һайлау комиссияһы өс инициатив төркөм тарафынан тәҡдим ителгән пенсия тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү буйынса һорауҙарҙы Бөтә Рәсәй референдумына индереүҙе кәрәкле тип тапты.
Тәүге инициативаға ярашлы һорау ошолай яңғырай: «РФ ҡануниәтенә ярашлы, 2018 йылдың 1 июленә ҡарата билдәләнгән ҡартлыҡ буйынса пенсия тәғәйенләү йәше (ирҙәр өсөн — 60, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 55 йәш) күтәрелмәҫкә тейешлеге менән ризаһығыҙмы?»
Икенсе инициатив төркөмдөң һорауы ла уға ауаздаш, ҡыҫҡаса әйткәндә: «Һеҙ ҡартлыҡ буйынса пенсия тәғәйенләү хоҡуғы барлыҡҡа килгән йәштең үҙгәртелмәүе яҡлымы?» тигән формулировка менән референдумға тәҡдим ителә ул.
Йәмәғәтселәр төркөмө индергән өсөнсө һорау ҙа пенсия йәшен үҙгәртмәй ҡалдырыуға баҫым яһай.
Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова: «Беҙҙең граждандар илдә пенсия системаһының ниндәй булыуы тураһында үҙ позицияһын белдерергә хоҡуҡлы. Шуға күрә быйыл Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы бер нисә һорауҙы референдумға сығарыуҙы мөмкин тип тапты», — тип белдергән.
Читайте нас: