Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Август 2018, 16:17

“Бөтә ғаилә менән һайлауға”

Ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәре Башҡортостанда “Бөтә ғаилә менән һайлауға” конкурсын башлап ебәрҙе.

Конкурста 18-30 йәшлек теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Төп шарт — 9 сентябрҙә тотош ғаилә менән һайлауға килеп, бергәләп фотоға төшөү, һуңынан уны “Бәйләнештә” йәки Instagram социаль селтәрҙәренә һалыу, фотоны ғаилә тураһында ҡыҫҡа хикәйә һәм #выбираювсейсемьей хэштегы менән тулыландырыу. Һөҙөмтәлә өс еңеүсе билдәләнә. Критерийҙар: фотоның үҙенсәлекле булыуы, ундағы ғаилә ағзалары һаны, конкурстың тематикаһына ярашлылыҡ. Акция 9 сентябрҙә “Бәйләнештә” йәки Instagram социаль селтәрҙәрендә уҙғарыла.
Йомғаҡ 2018 йылдың 10 сентябрендә яһала.
Читайте нас: