Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Август 2018, 16:15

Оҫталар Мәсетле ерендә осрашты

Өсөнсө тапҡыр үткәрелгән “Мәсетле оҫтаханаһы” һөнәри оҫталыҡ төбәк-ара конкурсында быйыл Башҡортостандың Мәсетле, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Нуриман райондары, Силәбе өлкәһенең Нязепетровск районы, Свердловск өлкәһенең Әртә ҡала округы һәм Красноуфим районы командалары ҡатнашты.

Конкурсты ойоштороусыларҙың маҡсаты — халыҡ йолаларын тергеҙеү һәм һаҡлау, мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, йәш быуынды халыҡ кәсептәре менән таныштырыу. Йыл һайын үткән бәйге оҫталар өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы булараҡ йолаға әйләнеп бара. Был юлы ла мәсетлеләр яҡшы әҙерлек күрһәтеп, ҡатнашыусыларға онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте.
Сараға почетлы ҡунаҡтар – Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Урал” халыҡ сәнғәт галереяһы етәксеһе Кәрим Кайдалов, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Салауат, Нуриман райондары хакимиәте башлыҡтары Мәсхүт Миниғәлин, Фаил Мөхәмәҙиев, Шамил Мөхәмәтдинов, Марс Кашапов, Азамат Носратуллин, хакимиәт башлыҡтарының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫарҙары Красноуфим районынан Роман Родионов, Әртә ҡала округынан Сергей Токарев һәм Нязепетровск районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Любовь Иванько саҡырылғайны.
Официаль өлөштә командалар парады үтте. Конкурсты асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫары, сараның ойоштороу комитеты рәйесе Гөлназ Ҡадирова сәләмләне, командаларға уңыштар теләне. Почетлы ҡунаҡтарға һүҙ бирелгәндән һуң, командалар визитка конкурсына сәхнәгә күтәрелде. Йыр, бейеү, шиғырҙарҙан торған сәләмләүгә һәр команда яҡшы әҙерләнгәйне. Һөҙөмтәлә беренселекте Әртә ҡала округы командаһы яуланы, икенсе урында – Нуриман районы, өсөнсө урынды Мәсетле һәм Балаҡатай райондары бүлеште.
Артабан оҫталар мейес һалыу, ҡортсолоҡ, ҡойоға бура бурау, ҡул эштәре һәм башҡа кәсептәр буйынса көс һынашты. Ҡатнашыусыларҙы район мәҙәниәт йорто артистары үҙ сығыштары менән дәртләндерҙе. Сара сиктәрендә район хакимиәте башлыҡтары төбәк, район-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға ҡағылышлы “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙе.
Тиҙ арала майҙанда мейес оҫталары төрлө формалағы, ҙурлыҡтағы мейес һалып та ҡуйҙы. Иң яҡшыһы тип Ҡыйғы районы оҫтаһы Ғәли Ибраһимовтың мейесе табылды. Икенсе урында – Мәсетле районынан Ғазинур Ғәлимов, өсөнсө урынды Дыуан районынан Евгений Шестаков һәм Красноуфим районынан Валерьян Ғарифуллин бүлеште. Ҡойо өсөн бура бурауҙа Балаҡатай районынан Айҙар Ғариповҡа етеүсе булманы. Нуриман районынан Әлфир Харисов – икенсе, Мәсетле районынан Илдар Шәрипов – өсөнсө урында.
Ата-бабаларыбыҙ борондан үлән, һалам, тал сыбығы, ҡайын туҙынан төрлө кәрәк-яраҡ үргән. Хәҙерге ваҡытта ла шул кәсеп тергеҙелә, кәрзин үреүселәр артҡандан-арта. Иң шәп кәрзинде Красноуфим районынан Рәлиф Әхәтов үрҙе. Икенсе урынға Әртә ҡала округынан Марина Яркина, өсөнсөгә Нуриман районынан Людмила Матюшина лайыҡ булды.
Йөн иләү электән билдәле шөғөл, беҙҙең яҡтарҙа әле һаман да ҡулдан эшләнгән иләүестәргә өҫтөнлөк бирелә. Һарыҡ йөнөн иләүҙә иң оҫтаһы тип Балаҡатай районынан Рәйхана Әхмәҙиева табылһа, Мәсетле районынан Ләлә Нафиҡова – икенсе, Нуримандан Лилиә Ғилмүтдинова – өсөнсө урында.
Хәҙер күптәр бесәнде техника ярҙамында әҙерләһә лә, салғы менән бесән сабыу оҫталығын, сослоғон һаҡлаусылар ҙа бар әле. Бесәнселәр бәйгеһендә Ҡыйғы районы командаһы еңеп сыҡты, икенсе урында – балаҡатайҙар, өсөнсөлә – нуримандар.
Быйыл тәүге тапҡыр үткәрелгән тамбурлы сигеү конкурсында беренселекте Мәсетле районы оҫтабикәһе Дамира Фәхрисламова яуланы. Мәсетле районынан Дания Вәлиеваға – икенсе, Балаҡатайҙан Айгөл Игошкинаға өсөнсө урын бирелде.
Ҡорама ҡорау буйынса Дыуан районынан Татьяна Сазанова – беренсе, Мәсетле районынан Ая Кашина – икенсе, Нуримандан Надежда Крестьянинова өсөнсө урында.
Мейестәр әҙер булыу менән уларҙа усаҡ дөрләне, йәш хужабикәләр ҡоймаҡ бешерергә тотондо. Иң тәмле, йоҡа ҡоймаҡты Красноуфим районынан Лилиә Юревич бешерһә, Мәсетле районынан Эльза Ғәлимова унан әҙ генә ҡалышты. Өсөнсө урында – Әртә ҡала округынан Татьяна Фролова.
Шулай уҡ конкурс сиктәрендә скрапбукинг, ҡул аҫтындағы материалдарҙан сувенирҙар яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Оҫталарҙың эштәре лә үҙ баһаһын алды.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса “Мә-сетле оҫтаханаһы” төбәк-ара конкурсында еңеүсе тип Мәсетле районы командаһы билдәләнде, икенсе урында – Нуриман, өсөнсөлә – Балаҡатай районы командаһы. Һәр команда диплом һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде. Сара яңы оҫталарҙы асыҡланы, халыҡтың боронғо кәсептәргә һаҡсыл ҡарашта булыуын күрһәтте. Конкурс ҡатнашыусыларҙа яҡшы тәьҫораттар, онотолмаҫ иҫтәлектәр ҡалдырҙы, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: