Ҡорғат ауылында Аллаһ йортон асыу айҡанлы район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова ауыл халҡын ҡотлап, Ҡорғатта тырыш, ҡунаҡсыл халыҡ йәшәүен билдәләп үтте. Шулай уҡ район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Закирйән Ғатауллин, район татарҙары конгресы ағзаһы Радик Вәлиев, Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат хәҙрәт Вәлиев сәләмләп сығыш яһаны.
Таҫманы киҫеү хоҡуғы Гөлназ Ҡадирова менән Азамат хәҙрәткә бирелде. Мосолмандар Аллаһҡа рәхмәттәрен еткереп, мәсеткә үтеп намаҙ уҡыны. Ауыл өсөн мәсет асыу тантанаһы иң көтөлгәндәрҙең береһе, уны һалыу өсөн аҡсаны бар ауыл бергәләп йыя. Фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһы 2007 йылдан бөгөнгәсә тик торған. Ҡорғат ауыл Советы башлығы Илнур Кашапов мәсет булдырыуҙа һәр кемдең өлөшө булыуын билдәләп үтте. Тантаналы өлөштән һуң барыһы ла былау, аш һәм тәмлекәстәр менән һыйланды.
Дыуан районында иҫәп буйынса бишенсе булған мәсет Ҡаракүл ауылында асылды. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Әйүп Бибарсов тантананың почетлы ҡунағы булды. Шулай уҡ сарала район хакимиәте вәкилдәре һәм район мосолмандары ҡатнашты.
Мәсеттең тәүге ташын 2017 йылда Радалиф Ситдиҡов һалған. Иман йортон төҙөүҙә Ҡаракүл һәм Үрге Әбсәләм ауылы халҡы әүҙемлек күрһәтә.
Йыйылған халыҡ алдында “Гөлкәй” ансамбле (етәксеһе А. Шафиҡова) сығыш яһаны. “Уралтау” ауыл хужалығы предприятиеһы ЯСЙ-һы генераль директоры Таһир Зарипов байрам ҡунаҡтары өсөн ҡорбан салды. “Нурислам” мәсетен имам-хатип Вәлиулла хәҙрәт етәкләйәсәк.
Һүрәттә: Дыуан районы Ҡаракүл ауылында мәсет асыу тантанаһынан күренеш.