Эйлестан
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Август 2018, 14:33

1 сентябрҙә алкоголь һатыу тыйыла

1 сентябрь – Белем көнөндә сауҙа нөктәләрендә спиртлы эсемлектәр продукцияһын һатыу тыйыла.

Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә (РФ-ның Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексы) алкоголь һәм спиртлы продукцияны берәмләп һатыу ҡағиҙәләрен һәм уларға талаптарҙы боҙған өсөн ҡаты яза ҡаралған. Мәҫәлән, вайымһыҙ вазифалы кешеләргә административ штраф алкоголле һәм спиртлы продукцияны конфискациялау юлы менән йәки унһыҙ 30-50 мең һумға төшәсәк. Ә тыйыуҙы боҙған юридик берәмектәргә алкоголле, спиртлы продукцияны тартып алыу юлы менән йәки унһыҙ 300 меңдән 500 мең һумға тиклем сумма менән хушлашырға тура киләсәк.
Читайте нас: