Республикала йәшәүселәргә килтерелгән зыян күләме 21 миллион һум тәшкил итә. Хажға бара алмағандарҙың күпселеге республика Эске эштәр министрлығына һәм прокуратураға ғариза яҙған. Телекомпания мәғлүмәттәре буйынса, барыһы ла килешеү төҙөмәгән (араларында пенсионерҙар күп), тимәк, улар аҡсаны кире ҡайтарыуға дәғүә итә алмай.