Май айында белгестәргә аҙнаһына 1000-дән ашыу кеше килгән. Быйыл зарарланған талпандарҙың өлөшө тикшерелгән бөжәктәрҙән 1,5% самаһы тәшкил итә, зарарланыу осрағы теркәлмәгән (2017-лә 22 осраҡ булғайны).
Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология үҙәге филиалдарында тикшереүҙең хаҡы: талпан энцефалиты вирусына — 295 һум, боррелиозға — 420, ике инфекцияға — 715. Энцефалитлы иммуноглобулин дозаһы — 650 һум самаһы, боррелиозды антибиотиктар менән дауалайҙар.