Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Сентябрь 2018, 14:17

Вакцинация башланды

Башҡортостанда балаларға киҙеүгә ҡаршы прививка эшләү кампанияһы старт алды. Быйыл республикала бөтәһе 1,6 миллион кешегә, шул иҫәптән 300 мең балаға прививка яһау планлаштырыла.

Төбәккә балалар өсөн 149 мең доза «Совигрипп» вакцинаһы килтерелгән. Киләһе аҙнала мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы, һуңғараҡ мәктәп уҡыусыларын иммунизациялау башлана. Өлкәндәр өсөн вакцина килтереүҙәрен көтәләр.
Белгестәр фекеренсә, прививка сирҙәрҙең барлыҡҡа килеүен иҫкәртә. Өҫтәүенә эпидемиологтар Рәсәйҙең грипҡа ҡаршы вакциналары үҙҙәренең һөҙөмтәлелеге буйынса сит илдекенән бер ҙә ҡалышмауын билдәләй. Быйыл етештерелгән вакцина менән прививка яһатырға кәрәк.
Прививка эшләткән кешеләрҙең яҡынса 10% ғына сирләй, әммә, эпидемиологтар әйтеүенсә, улар ауырыуҙы еңелерәк үткәрә.
Читайте нас: