Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Сентябрь 2018, 16:13

Һөт тармағын үҫтереү

Төбәктә “Башҡортостан Республикаһында һөт тармағын үҫтереү” комплекслы программаһы раҫланды. Ул 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән.

Программаны тормошҡа ашырыуға 36,8 миллиард һум һалыу күҙаллана, өҫтәүенә аҡсаларҙың ҙур өлөшө – 34,9 миллиард һум – бюджеттан тыш сығанаҡтарға тура килә. Бюджет финанслауы программаны ғәмәлгә ашырыуҙың тәүге өс йылына ғына ҡаралған: һүҙ федераль ҡаҙнанан 1,3 миллиард һум һәм республиканан 0,6 миллиард һум тураһында бара.
Программа Рәсәйҙең һөт тармағы лидеры булараҡ Башҡортостан имиджын булдырырға, республика баҙарын урындағы һөт продукцияһы менән байытырға, республикала һөт тармағының инвестицион йәлеп итеүсәнлеген тәьмин итергә ярҙам итер тип көтөлә. Төбәктә юғары сифатлы һөт сеймалын юғары технологик етештереү циклы менән 20-нән ашыу яңы индустриаль һөт комплексы, 1000-гә тиклем өҫтәмә юғары етештереүсән эш урыны булдырыу күҙаллана.
Читайте нас: