Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Сентябрь 2018, 16:09

Яҡташтарға тауыш бирәйек!

Социаль яҡтан әүҙем ғаиләләр араһында “Өлгө ал!” республика конкурсы старт алды.

Конкурста ҡала йәки райондың йәмәғәт тормошонда, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар эшендә, ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан ғаиләләр ҡатнаша ала. Уларға видеояҙма төшөрөргә һәм уны социаль селтәрҙәргә һалыу шарт ине. Еңеүселәр интернетта тауыш биреү һәм махсус комиссия ҡарары буйынса асыҡлана. Иң әүҙем ғаиләгә Республика башлығы исеменән автомобиль һатып алыу өсөн 600 мең һумлыҡ сертификат бүләк ителә. Ҡатнашыусыларҙың видео яҙмалары урынлаштырылған https://bash.news/pro/beriprimer/golos/ сайтында тауыштар бирә алаһығыҙ.
Конкурста ҡатнашҡан 107 ғаилә араһында Мәсетле районының Һөләймән ауылынан Зәйнетдиновтар, Әләгәҙ ауылынан Камалеевтар, Йоностан Мөнировтар, Дыуан районы Мәсәғүт ауылынан Вәлиевтар, Салауат районы Урмансы ауылынан Сәйетғалиндар бар.
Әйҙәгеҙ, яҡташтарға тауыштар менән ярҙам итәйек!
Читайте нас: