Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауат районында урынлашҡан “Янғантау” геопаркының майҙаны 1,8 мең квадрат километр тәшкил итә. Бында халыҡ-ара һәм милли әһәмиәтле 20-нән ашыу геологик объект урынлашҡан. Төп геологик күренекле урын – Мәсетле ауылы киҫелеше. Бында пермь осорондағы (290 миллион йыл элек) таш булып ҡатҡан флора һәм фауна бар.
“Янғантау”ҙы ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереү ғаризаһын республика 2017 йылдың ноябрендә бирҙе. Әлеге ваҡытта уға донъяның 38 илендәге 140 геопарк инә. Уҙған йәй ЮНЕСКО белгестәре биләмәнең статусын раҫлау өсөн Салауат районында булды. “Янғантау” геопаркын глобаль селтәргә индереү тураһында аҙаҡҡы ҡарар 2018 йылдың октябрендә, ЮНЕСКО геопарктары буйынса Совет белгестәренең отчетын ҡарағандан һуң билдәле була.