Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Сентябрь 2018, 18:22

Башҡортостан умартасылары – еңеүсе

Республика командаһы “Бал ҡорто туйы” бал байрамында ойошторолған умартасылар эстафетаһында еңеп сыҡты. Сара үткән ял көндәрендә Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылы эргәһендә уҙҙы.

Эстафетала икенсе урын — Татарстанда, өсөнсө — Ырымбур өлкәһе умартасыларында. Ҡатнашыусыларға тиҙлеккә рам эшләп, уға сым һуҙырға һәм балауыҙ табағын беркетергә кәрәк ине.
Шулай уҡ “Бал ҡорто туйы”нда иң яҡшы бал конкурсы үтте. Иң яҡшы үтә асыҡ һары төҫлө балды — Татарстандан Даниил Яруллин, ә иң яҡшы ҡыҙғылтыраҡ ҡуйы көрән балды Башҡортостандың Шишмә районынан умартасы Ирина Вишнякова етештерә.
— Урындарҙы байрам ҡунаҡтары һәм умартасылар билдәләне — улар балды тәмләп ҡараны һәм тауыш бирҙе. Быйыл байрамға Татарстан һәм Ырымбур өлкәһе умартасылары, шулай уҡ Архангел, Дүртөйлө, Шишмә, Бүздәк, Дәүләкән, Туймазы һәм Бәләбәй райондары вәкилдәре килде, — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ойоштороу комитетында.
«Бал ҡорто туйы» — Рәсәйҙә умартасылыҡҡа һәм умартасылыҡ продукцияһына арналған иң йәш умартасылар байрамы. Бал фестивале миҙгел ябылғандан һуң уҙғарыла.
Читайте нас: