Унда республика район һәм ҡалаларының бейеү коллективтары ҡатнаша ала. Конкурс өс турҙа уҙа. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество советы номерҙарҙы әҙерләгән урындарға барып ҡарай.
Бейеүҙәрҙе 2019 йылдың 21-22 ғинуарында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле сәхнәһендә тапшырыу ҡаралған.
Еңеүсенең эшен 2019 йылдың мартында юбилей сараларында башҡарасаҡтар. Йөкмәткеһе һәм хореографик лексикаһы йәһәтенән иң үҙенсәлекле бейеү Ғәскәров исемендәге ансамбль репертуарына индерелә.
Ғаризаны 2018 йылдың 1 октябренә ҡәҙәр ебәрергә кәрәк: email: gaant39@mail.ru, eliza.gaant.rb@gmail.com. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 276-18-49, 8 (347) 276-18-19.