Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Сентябрь 2018, 12:22

“Патриот” – гел беренсе!

Үткән аҙнала Өфө ҡалаһында республика хәрби-патриотик клубтар фестивале уҙҙы. Сарала Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан, шул иҫәптән Дыуан һәм Салауат райондарынан хәрби-патриотик клубтар һәм берекмәләр тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.

Программаға ярашлы командалар сафҡа теҙелеү һәм йыр смотр конкурсында, пневматик мылтыҡтан атыу, турникта кәүҙәне күтәреү, оҙонлоҡҡа һикереү, мылтыҡты һүтеп-ҡороу, арҡан тартыу, хәрби-ғәмәли эстафета кеүек ярыштарҙа үҙ көстәрен һынаны. Шулай уҡ ҡатнашыусылар “Визитка” конкурсында үҙҙәре менән таныштырҙы, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың хәтерен мәңгеләштереүгә арналған хәрби теҙмәләр конкурсында ҡатнашты.
Фестиваль барышында егеттәр хәрби техника, ҡоралланыу, заманса атыу ҡоралдары күргәҙмәһе менән танышты, БР йыйылма пункты музейында булды, медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса күнекмәләр үтте, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусы ветерандар менән осрашты.
Конкурс программаһы сиктәрендә һәм команда ярыштары барышында Дыуан районының “Патриот” командаһы беренсе урынға сыҡты. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙа Өфө районы командалары. Ярышта еңеүсе һәм яҡшы күрһәткестәргә ирешеүсе егеттәр хеҙмәт итеү урынын, ғәсҡәр төрөн һайлау хоҡуғын биргән сертификат менән бүләкләнде.
“Патриот” хәрби-патриотик клубы командаһы һәм етәкселәре шәхси эшҡыуар Р. Байрамғоловҡа, Дыуан ауылы мәктәбенә (директоры С. Петухов), “Йәштәр үҙәге”нә (директоры И. Мөхйәрова) сарала ҡатнашыуҙа күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәтен белдерә.
Р. Әлимбаева.
Дыуан районы.
Читайте нас: