Шулай итеп, 2019 йылдағы Яңы йыл каникулдары һәм май байрамдары оҙайтылды һәм бер ҡасан да булмағанса оҙайлы, тип билдәләй баҫма.
Яңы йыл байрамдары 2018 йылдың 30 декабренән алып 2019 йылдың 8 ғинуарына тиклем дауам итә.
Ватанды һаҡлаусылар көнө 23 һәм 24 февралдә билдәләнә.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн рәсәйҙәр 8-10 мартта байрам итә.
Май байрамдарында 1 майҙан 5-енә тиклем, шулай уҡ 9-12 майҙа ял итсәкбеҙ.
Рәсәй көнө — 12 июндә билдәләнә.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан рәсәйҙәр 2 ноябрҙән 4-енә ҡәҙәр ял итә.
Башҡортостан Хөкүмәте 2019 йылда Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарын билдәләү көндәрен хәбәр итте.
Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2019 йылда 4 июнь — Ураҙа, ә 11 август Ҡорбан байрамы тип иғлан ителгән.