Эйлестан
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Сентябрь 2018, 13:16

11 октябрь – ял көнө

11 октябрҙә Башҡортостан халҡы Республика көнөн билдәләй. Был көндө 28 йыл элек Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителә.

“Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында”ғы законға ярашлы, 11 октябрь республикала эшләмәгән байрам көнө булып һанала. Быйыл ул кесе йомаға тура килә. Шаршамбы, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, байрам көнө йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск иҫәбенә индерелмәй, тип хәбәр итәләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.
Читайте нас: