Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Сентябрь 2018, 13:17

Беренсе этап тамам

Башҡортостанда төбәктең социаль яҡтан әүҙем ғаиләләре араһында барған “Өлгө ал” конкурсының икенсе этабына 30 ҡатнашыусы үтте. Республикала йәшәүселәр аҙна дауамында Башҡортостан юлдаш телеканалы сайтында иң яҡшылар тигән исемгә лайыҡ ғаиләләрҙе һайланы.

Конкурсҡа бөтәһе 107 ғариза килгән. Ойоштороусылар мәғлүмәттәре буйынса, 21 сентябрҙән 5 октябргәсә конкурс комиссияһы һайлап алынған ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәренең дөрөҫлөгөн тикшерә. 5 октябрҙә төп бүләк – автомобиль өсөн көс һынашырға тейешле ғаиләләрҙең исемлеге билдәле була.
Бәйгенең иенсе этабы 8-10 октябрҙә конкурс комиссияһы ултырышы форматында үтәсәк. Комиссия ағзалары ун финалисты билдәләйәсәк. Ултырыш протоколы сайтта 10 октябрҙә теркәләсәк.
Һуңғы этапта смс-тауыш биреү һәм комиссия ултырышы тарафынан конкурста еңеүсе ғаилә билдәләнә.
Икенсе турға үтеүселәр араһында Мәсетле районы Йонос ауылынан Гөлсинә һәм Фирғәт Мөнировтарҙың (1736 тауыш), Һөләймән ауылынан Фларида һәм Зөфәр Зәйнетдиновтарҙың (1423), шулай уҡ яҡташтарыбыҙ Өфө ҡалаһынан Гөлгөнә һәм Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтарҙың ғаиләһе (2218 тауыш) бар. Яҡташтарыбыҙға уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Р. Иштуғанова әҙерләне.
Читайте нас: