Эйлестан
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Сентябрь 2018, 14:01

Дыуандар спорт фестивалендә

21-22 сентябрҙә Өфөлә закондар сығарыу һәм башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәре араһында “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының фестивале үтте. Ярыштарҙа Дыуан районы хакимиәте командаһы ла ҡатнашты.

Спортсылар 2000, 3000 метрға йүгереү, пневматик мылтыҡтан атыу, йөҙөү, көс гимнастикаһы, арҡала ятып тәнде күтәреү, гимнастика эскәмйәһендә тура аяҡтар менән тороп алға эйелеү кеүек һынауҙарҙы үтте.
Район хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе Е. Феденев, финанс бүлеге начальнигы урынбаҫары Й. Мөниров, кадрҙар бүлеге начальнигы А. Иванов, иҡтисади үҫеш бүлеге начальнигы Е. Никулин, йәштәр комитеты рәйесе А. Ширяев, архитектура бүлеге белгестәре Н. То-милова, Д. Кирилова, опека һәм попечителлек секторы белгесе Е. Гусева, Арый ауыл хакимиәте башлығы М. Әхмәтғәлин һәм Арый ауыл клубы директоры Ю. Йомағужина составындағы Дыуан районы командаһы фестивалдә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Өҫтәлмә нормативтар буйынса гер күтәреүҙә А. Ширяев (125 тапҡыр) һәм Е. Никулин (100) айырыуса юғары күрһәткестәргә иреште.
З. Ғәлләмова.
Дыуан районы
Читайте нас: